27.05.2026
9
Шатлыҡ өҫтәп тормошома
Тыуҙың һин күҙ нурым,
Йоҡла йом куҙең, йондоҙом
Һиңә был йырым.
Әли- бәли, бәү-бәү,
Күҙ теймәһен бәпкәм,
Ай нурҙары һинең йөҙөңдә,
Мөһәббәт йемешем,
Алтыным, көмөшөм,
Йыһандың бар наҙы үҙеңдә.
Йоҡла ҡыҙым
Әли- бәли, бәү-бәү
Һин йылмайһан таң атҡандай
Көлһәң шишмә көнләшә.
Аҡ булһын ғүмер юлдарың
Рәхәттә йәшә.
Аяҙ булһын һәр саҡ күгең,
Матур төштәр күр һин.
Эй, Һоҙай бар сабыйҙарға
Бәхеттәр бирһен.

Комментарии