28.05.2026
10
Роберт Тимербаев музыкаһы
Вәлит Илембәтов һүҙҙәре
Ғүмер үтә тиҙәр, ғүмер үтмәй,
Беҙ үтәбеҙ ғүмер юлдарын.
Артҡа ҡарап уфтанмайыҡ әле,
Үкенмәйек әле һуңынан.
Үткән, үткән инде, алға ҡарап,
Үтер юлды матур үтәйек,
Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек,
Үкенмәҫлек итеп китәйек.
Йәшлек үтә тиҙәр, йәшлек үтмәй,
Беҙ үтәбеҙ йәшлек йылдарын,
Йәшлек дәртен, һыуытмайыҡ әле,
Һүндермәйек йөрәк ҡуҙҙарын.
Үткән, үткән инде, алға ҡарап,
Үтер юлды матур үтәйек,
Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек,
Үкенмәҫлек итеп китәйек.

Комментарии